Индий | |
Масса | 114,818 ± 0,001 массаның атом берәмеге |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | индиго |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Фердинанд Райх һәм Теодор Рихтер |
Асыу датаһы | 1863 |
Элемент символы | In |
Химик формула | In |
Каноническая формула SMILES | |
Атом һаны | 49 |
Электр кирелеге | 1,78 |
Ионный радиус | 0,62 ангстрем һәм 0,8 ангстрем |
Тығыҙлыҡ | 7,31 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр |
Иреү температураһы | 314 ± 1 ℉ |
Ҡайнау нөктәһе | 3767 ± 1 ℉ |
Давление пара | 0 ± 1 mm Hg |
PGCH коды | 0341 |
Временное среднее значение предела допустимого воздействия | 0,1 ± 0,1 mg/m³ |
Индий Викимилектә |
Индий (лат. Indium, In) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 13-сө төркөм элементы. Тәртип номеры — 49. Атом номеры 49.
Ябай матдә индий — еңел сүкелеүсән, тиҙ ирей, бик йомшаҡ металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә. Химик үҙенсәлектәре буйынса алюмин һәм галлийға, тышҡы күренеше менән цинкҡа оҡшаған.
Индий элементының символы — In (Индий тип уҡыла).
Индийҙы немец химигы Фердинанд Райх һәм Теодор Рихтер (Richter Theodore) 1863 йылда цинктар буйынса спектроскопик тикшеренеү ваҡытында таба. 1867 йылда бөтә донъя күргәҙмәһендә индийҙың ярты килограмлыҡ ҡойолмаһы килтерелгән булған инде.
Индийҙағы спектрҙың сағыу эмиссия һыҙаты — индиго төҫө. Атама шунан сығып бирелгән.
Индийҙы цинк һәм әҙерәк миҡдарҙа ҡара һәм аҡ ҡурғаштарҙың ҡалдыҡтарынан етештерәләр
Индий организмда һиҙелерлек метаболик роль уйнамай Ваҡытлыса кешенең мускулдарында, һөйәк һәм тиреһендә тупланыуы мөмкин. Организмдан ике аҙна тирәһе осорҙа яртылаш сығып бөтә. III валентлы иреүсән ҡушылмаларын инъекция менән индергән осраҡта бөйөр өсөн ағыулы булыуы ихтимал Оҙаҡ ваҡыт индий, гидроксид, оксидтары саңын һуларға тура килгәндә Indium lung (инг.)баш. тигән үпкә ауырыуын тыуҙырыуы ихтимал
Индийҙың эш зонаһы һауаһында рөхсәт ителгән концентрацияһы 0,1 мг/мм3 (Хеҙмәтте һаҡлау милли институты, АҠШ). Әммә үпкә ауырыуҙары тураһында мәғлүмәттәр килеп сыҡҡас, ҡәғиҙәләр ҡәтғиләнә башлай. Мәҫәлән, Япония Милли именлек һәм хеҙмәт гигиенаһы институты ПДК-ны 0.0003 мг/м3 тип билдәләй.
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | |||||||||||||||||||||||||||
1 | H | He | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
2 | Li | Be | B | C | N | O | F | Ne | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
3 | Na | Mg | Al | Si | P | S | Cl | Ar | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
4 | K | Ca | Sc | Ti | V | Cr | Mn | Fe | Co | Ni | Cu | Zn | Ga | Ge | As | Se | Br | Kr | ||||||||||||||||||||||||||
5 | Rb | Sr | Y | Zr | Nb | Mo | Tc | Ru | Rh | Pd | Ag | Cd | In | Sn | Sb | Te | I | Xe | ||||||||||||||||||||||||||
6 | Cs | Ba | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu | Hf | Ta | W | Re | Os | Ir | Pt | Au | Hg | Tl | Pb | Bi | Po | At | Rn | ||||||||||||
7 | Fr | Ra | Ac | Th | Pa | U | Np | Pu | Am | Cm | Bk | Cf | Es | Fm | Md | No | Lr | Rf | Db | Sg | Bh | Hs | Mt | Ds | Rg | Cn | Uut | Fl | Uup | Lv | Uus | Uuo | ||||||||||||
8 | Uue | Ubn | Ubu | Ubb | Ubt | Ubq | Ubp | Ubh | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|