Джон фон Нейман | |
John von Neumann | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Награда һәм премиялары |
Бохер исемендәге премия (1938) |
Викиөҙөмтәлә цитаталар | |
Джон фон Не́йман (ингл. John von Neumann; йәки Иоганн фон Нейман, нем. Johann von Neumann; тыуғанда Я́нош Ла́йош Нейман, мадьярса Neumann János Lajos; 28 декабрь 1903 йыл, Будапешт — 8 февраль 1957 йыл, Вашингтон) — Венгрия һәм АҠШ ғалимы, квант физикаһына, квант логикаһына, функциональ анализға, күплек теорияһына, информатикаға, экономикаға һәм башҡа фәндәргә бик мөһим өлөш индергән математик.
Нейман исемен хәҙерге компьютерҙар архитектураһы (архитектура фон Неймана), квант механикаһына операторҙар теорияһын ҡулланыу (алгебра фон Неймана) бәйләйҙәр, шулай уҡ ул — Манхэттен проектын һәм уйындар теорияһын һәм күҙәнәкле автоматтар концепцияһын булдырыусы.
1970 йылда Астрономдарҙың халыҡ-ара союзы Джон фон Нейман исемен Айҙың икенсе яғындағы кратерға бирә. Уның хөрмәтенә булдырылған наградалар: